

Бөгөн иртә менән Архангел районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлының 51-се километрында авария була. Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, "BMW X6" автомобиле (руль артында 42 йәшлек водитель була) менән "Лада Гранта" бәрелешә. Икенсеһенең 52 йәшлек водителе ваҡиға урынында уҡ йән бирә. Ул Ғафури районынан була.
Ваҡиға урынында тикшереү бара, авария сәбәптәре асыҡлана.
Республиканың дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе даими иҫкәртә: юлдарҙа тиҙлек режимын арттырмағыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ, һаҡ йөрөгөҙ! Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Һеҙҙе өйөгөҙҙә көтәләр: быны бер ваҡытта ла онотмағыҙ!
Фото: "Башинформ".