

Тышта ҡот осҡос буран ҡотора. Барлыҡ ашығыс хеҙмәттәр бындай көндә юлға сыҡмауҙы һорай һәм юлдарҙағы ауыр шарттар тураһында иҫкәртә.
Әммә кеше йөрөмәй тормай шул. Ошо айҡанлы трассаларҙа авариялар һаны бермә-бер артҡан.
Уларҙың иң ҙуры бөгөн төшкә ҡарай Өфө – Ырымбур юлында, Ҡырмыҫҡалы районында теркәлде. Трассаның 49-сы километрында 22 машина бәрелешкән, уларҙың дүртәүһе - йөк автомобиле.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был аварияла ҡорбандар ҙа бар. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бер кешенең үлгәне һәм бишәүҙең төрлө йәрәхәттәр алғаны билдәле. Әлеге ваҡытта урында өс ЮХХДИ экипажы, "Дортранстрой"ҙың өс берәмек техникаһы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары эшләй. Шулай уҡ табиптар ҙа унда һәм кешеләргә ярҙам итеү менән шөғөлләнә. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре реверсив хәрәкәт ойошторған.
Алдараҡ иҫкәртеүебеҙ буйынса, бөгөн бөтә республика буйлап бурандар ҡотора. Ҙур трассаларҙа юлдарҙа сикләүҙәр ғәмәлдә. ЮХХДИ иҫкәртә: әгәр бик кәрәкмәй икән, юлға сыҡмай тороғоҙ, был бик хәүефле. Имен булайыҡ.
Фото, видео: ЮХХДИ.