Хәүефһеҙлек
26 Декабрь 2021, 08:15

Ҡарлы буран сәбәпле...

Электр сымдары өҙөлә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер ауылдарға үтеп булмай...

Ҡарлы буран сәбәпле...Ҡарлы буран сәбәпле...
Ҡарлы буран сәбәпле...

Республикала һауа торошо насарайыуына бәйле ҡайһы бер райондарҙа электр уты менән өҙөклөктәр күҙәтелә.

"Башкирэнерго" компанияһының алты электр селтәрҙәрендә “Ҡар яуыу” махсус режимы индерелгән. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө, Үҙәк, Сибай, Бәләбәй, Нефтекама электр селтәрҙәрендә күпләп сымдарҙың өҙөлөүе, изоляторҙарҙың эшлектән сығыуы күҙәтелә, ошо сәбәпле күп тораҡ пункттарҙа электр менән тәьмин итеүҙә тотҡарлыҡтар барлыҡҡа килгән.

 “Авария-тергеҙеү эштәрен башҡарыу өсөн бар хеҙмәткәрҙәр һәм техника йәлеп ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡарлы буран сәбәпле ҡайһы бер ауылдарға үтеп булмай, көслө ел автокүтәргестәрҙең эшен тотҡарлай”, - тип борсолоу белдерәләр ведомствонан.

Фото: "Башинформ".

Автор:Римма Султанова
Читайте нас