

Иртәгә, 27 декабрҙә, республиканың көньяҡ-көнсығышында насар һауа торошо һаҡланасаҡ, тип хәбәр итәләр Башгидрометүҙәктән.
Һауа температураһы төндә -12–14, көндөҙ -10–12 градус һалҡын булыуы көтөлә.
Бөгөн республиканы буран ҡапланы. Трассаларҙа хәрәкәт сикләнде, электр энергияһы менән өҙөклөктәр күҙәтелде. Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Туймазы райондарында күмәк авариялар теркәлде.
Әле елдең 20-25 метрға тиклем көсәйеүе, буран күҙәтелә, ҡар яуыуҙан туҡтамай, юлдарға көрт һалына, юлдың күренеү кимәле түбәнәйә.
Фото: "Башинформ".