Хәүефһеҙлек
26 Декабрь 2021, 13:15

Ауылдар утһыҙ ҡалды

Һауа торошо ҡырҡа насарайып, буран сығыуы был өлкәлә лә эште көсәйтергә мәжбүр итте.

Ауылдар утһыҙ ҡалдыАуылдар утһыҙ ҡалды
Ауылдар утһыҙ ҡалды

Республиканың төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш райондарында ағастар ҡолауы, сымдарға ҡар һырыуы сәбәпле ут һүнеүе бөгөнгө төнгә ҡарай теркәлә башлаған.

Хәлде тиҙ арала республиканың энергия менән ҡулланыуҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса оператив штаб күҙәтеүгә алды, Сәнәғәт, энергетика һәм инновация министрлығы, Республика диспетчер идаралығы булышлыҡ итте.

Буран көсәйеүе айырыуса иртәнге сәғәт ун тирәһендә күҙәтелде. Был саҡта 15 райондың 108 ауылында энергия менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр сыҡты. Авария-тергеҙеү эштәрендә республиканың бөтә селтәрҙәре ойошмалары ҡатнашты, был - 100-ҙән ашыу оператив бригада, 400 кеше һәм 100 берәмек техника тигән һүҙ.

Сәғәт көндөҙгө 4-кә ете мең кеше йәшәгән ҡырҡ ауыл утһыҙ ҡала ине әле.

Тергеҙеү эштәренә көс тә, саралар ҙа етерлек. Елдең кәмегәнен көтөп, ҡар өйөмдәрен таҙартыу талап ителә.

Хәл контролдә, динамика ыңғай, интенсивлыҡ юғары, тип хәбәр итәләр килеп тыуған хәл тураһында республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығынан.

Фото: Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас