

Көслө буран, ел эҙемтәһендә юлды күреү мөмкинлеге түбәнәйеү сәбәпле, М-5, М-7 трассаларында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде. Шуға бәйле автобус рейстары ла туҡтатылып тора.
Өфөнөң Көньяҡ автовокзалынан 22 рейс туҡтатылды:
Туймазы аша Октябрьский ҡалаһына; Чебоксарға; Ҡандра ҡасабаһы аша Туймазыға; Бүздәккә; Раевка ҡасабаһына; Яр Саллыға; Магнитогорскиға; "Красноусол" шифаханаһына; Әлмәт ҡалаһына; Үрге Йәркәйгә; Дәүләкәнгә; Саҡмағош автостанцияһы аша барған Баҡалы рейсы; Ҡандра аша Туймазы автовокзалына; Дүртөйлө автовокзалына; Саҡмағош автостанцияһына; Ырымбурға; Туймазыға; Саҡмағош аша Баҡалыға; Ҡомлогүлгә.
Өфө – Чебоксар автобусы иртәнге 8 тула 10 минуттан юлға сыға, Дүртөйлөгә барып еткәс, кире Өфөгә борола. Салондағы һигеҙ пассажирға ла билет хаҡы кире ҡайтарылған.
Нефтекама автовокзалынан ике рейс кисектерелгән: Нефтекама - Иҫке Йәнйегет һәм Нефтекама автотранспорт предприятиеһы.
Бәләбәй автовокзалынан өс Стәрлетамаҡ - Октябрьский, ике Октябрьский - Стәрлетамаҡ йүнәлеше һәм Бәләбәй - Октябрьский рейсы туҡтатылған.
Шулай уҡ Стәрле автовокзалынан да Октябрьский ҡалаһына ике рейс сығарылмаған.
Туймазы автовокзалынан туғыҙ рейс – Өфөгә, Октябрьскийға, Шаранға, Дуҫлыҡҡа - кисектерелгән.
Талбазынан туғыҙ автобус юлға сыҡмаған: Ишембай - Өфө, Өфө - "Красноусол" шифаханаһы, Күмертау - Өфө, Иҫәнғол - Өфө, Өфө - Күмертау, Ырымбур - Өфө, Талбазы - Өфө, Өфө - Стәрлетамаҡ.
Красноусол автовокзалынан алты рейс: Учалыға, Стәрлегә, Өфөгә, Өфөнән һәм Стәрлетамаҡтан Красноусольскиға барған автобустар кисектерелгән.
Ҡырғыҙ-Миәкәнән өс рейс: Стәрлетамаҡ - Яр Саллы, Ҡырғыҙ-Миәкә - Өфө, Күмертау - Ҡазан юлға сыҡмай.
Күмертау - Ҡазан рейсындағы һигеҙ пассажир Стәрлебашта ҡунаҡханаға урынлаштырылған.
Ырымбурҙа Башҡортостандан пассажирһыҙ өс автобус, Өфөлә икәү туҡтатылған.
Сығанаҡ: /vk.com/transport.bashkortostan