

Сәғәт төнгө 11-се яртыға трассаларҙа ошондай хәл:
Р-240 Өфө - Ырымбур юлының 17-се саҡрымынан 206-сыға тиклем (Мәләүез) пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел такси, йөк машиналарына йөрөү сикләнгән көйө ҡала;
206-сынан 280-се саҡрымға ҡәҙәре юл (Ырымбур менән сик) бөтә төр транспортҡа ла ябыҡ;
Башҡортостанда "Урал" М-5 юлында 1427-се саҡрымдан 1548-сегә хәтлем (Силәбе менән сик) пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел такси, йөк машиналарына йөрөүгә сикләү индерелде;
М-5-тә Башҡортостан, Татарстан, Ырымбур өлкәһенә ҡағылышлы алдан индерелгән сикләүҙәр – 1194-се саҡрымдан (Һамар менән сик) 1281-сегә (Октябрьский), 1363-тән (Иҫке Боғаҙы) 1548-сегә ҡәҙәр (Силәбе менән сик) – ғәмәлдән сығарылды.
Электр энергияһы менән тәьмин итеүгә килгәндә, ул киске сәғәт 10-ға бөтә ерҙә лә тергеҙелгән. 537 трансформатор станцияһы сафҡа индерелгән. Ҡатмарлы һауа шарттарында ла үҙ бурыстарын үтәгән энергетиктарға, айырыуса "Башкирэнерго" эшсәндәренә, юғары профессионаллек һәм ентекле, берҙәм эштәре өсөн рәхмәт әйтергә ҡала. 26 меңдән ашыу кешенең йорттарында тағы ут янды.
Сығанаҡ: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының урындағы идаралығы.