

Федераль М5 "Урал" трассаһының Башҡортостан, Татарстан һәм Ырымбур өлкәһендәге участкаһында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде. Был һауа торошона бәйле.
Сикләү бөгөн иртәнге сәғәт 7-лә индерелде, әлегә билдәһеҙ ваҡытҡа тиклем оҙайтылды. Ул пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел такси, йөк машиналарына ҡағыла: 1194-се километрҙан (Һамар өлкәһе менән сик) 1363-сөгә тиклем (Башҡортостандың Иҫке Боғаҙы ауылы).
Юлдағы ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында "Приуралье" юл ойошмаһының тәүлек әйләнәһенә эшләгән дежур-диспетчер хеҙмәтенә шылтыратып хәбәр итергә була: +7(347) 286-07-18.
Фото: "Башинформ".