

Көндөҙгө 13.00 сәғәттән алып Р-240 Өфө - Ырымбур трассаһының ҡайһы бер участкаларында бар төр транспортҡа хәрәкәт итеү тыйылды: 17-се саҡрымдан (аэропортҡа боролош) 280-сегә (Ырымбур өлкәһе менән сик) ҡәҙәр.
Сәғәт 2-се яртынан алып М-7 "Волга" юлында 1308-сенән (Шәрип ауылы) 1319-сы километрға тиклем (Волков ауылы) дә транспорт хәрәкәте туҡтатылды.
Юлдағы штаттан тыш хәл буйынса "Приуралье" юл ойошмаһына ошо телефон буйынса шылтыратырға мөмкин: +7(347) 286-07-18.
Сығанаҡ: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.