

"Өфө" халыҡ-ара аэропорты эшенә лә һауа торошона бәйле үҙгәрештәр индерелде.
* Яңы Уренгой, Дондағы Ростов, Екатеринбург, Новосибирск, Мәскәү, Сорғот һәм Ҡазандан туғыҙ рейс тотҡарлана. Иң күбе 7 сәғәт 35 минутҡа тиклем һуҙылырға мөмкин (Дондағы Ростов - Өфө рейсында техник сәбәптәр менән һауа судноһы алмаштырылған);
* Дондағы Ростов, Мәскәү, Яңы Уренгой, Новосибирск, Ҡазан, Екатеринбург, Сорғотҡа оса торған рейстар ҙа тотҡарлана. Был ваҡыт 7 сәғәт 10 минутҡа барып етеүе ихтимал. Дүрт сәғәттән ашыу һуңлаған осраҡта, пассажирҙар ашау-эсеү менән тәьмин ителә.
Фото: travelask.ru