Хәүефһеҙлек
26 Декабрь 2021, 06:00

Руль артында уның ҡатыны булған...

Ишембай районында үлемесле авария теркәлде.

Руль артында уның ҡатыны булған...Руль артында уның ҡатыны булған...
Руль артында уның ҡатыны булған...

Кисә Ишембай районында үлемесле авария була: Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск автомобиль юлының 9-сы километрында.

"Kia Rio" руле артындағы 29 йәшлек ҡатын бағанаға барып бәрелгән. Пассажир булып ултырған ире (34 йәшлек) ваҡиға урынында йән биргән - алынған тән йәрәхәттәренән "Ашығыс ярҙам" килгәнсе ғүмере өҙөлгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынында полиция һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләгән, авария сәбәптәре асыҡлана.

Республиканың дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе даими иҫкәртә: юлдарҙа тиҙлек режимын арттырмағыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ, һаҡ йөрөгөҙ! Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Һеҙҙе өйөгөҙҙә көтәләр: быны бер ваҡытта ла онотмағыҙ!

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас