Хәүефһеҙлек
26 Декабрь 2021, 12:15

Самолеттар оса алмай...

Яңы Уренгойҙан вахтасылар ҡайтып килгән самолет, ергә ултыра алмай, өйөрөлөп йөрөгән.

Самолеттар оса алмай...Самолеттар оса алмай...
Самолеттар оса алмай...

Республикабыҙҙағы тәбиғәт көйһөҙлөгө - иртәнән бирле иҫкән көслө ел, ҡоторған буран, ҡар яуыуы трассаларҙа ла, һауа юлдарында ла ғәҙәти булмаған хәлдәргә килтерҙе.

Мәҫәлән, "Өфө" халыҡ-ара аэропортында Яңы Уренгойҙан ҡайтып килгән вахтасылар тейәлгән самолет, ергә ултыра алмай, һауала өйөрөлөп йөрөргә мәжбүр булды. Был хаҡта, "Flightradar" мәғлүмәттәренә таянып, "КП Өфө" хәбәр итте. Шулай уҡ туғыҙ рейстың, йәғни Яңы Уренгой, Дондағы Ростов, Екатеринбург, Новосибирск, Мәскәү, Сорғот, Ҡазан ҡалаларынан самолеттарҙың килеүе 7,5 сәғәткә тотҡарланған. Шулай уҡ аэропорттан осоп китә торған ете рейс та (Дондағы Ростов, Мәскәү, Яңы Уренгой, Новосибирск, Ҡазан, Сорғот, Екатеринбург ҡалаларына) 7 сәғәт 10 минутҡа тиклем кисектерелгән.

Хәбәр итеүебеҙсә, әгәр ҙә тотҡарлыҡ дүрт сәғәттән ашһа, аэропорт пассажирҙарҙы йылы аш, эсемлектәр менән тәьмин итә. Һауа шарттары ыңғайланып, юлдарҙа имен йөрөргә яҙһын.

Фото: "Башинформ".

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас