Хәүефһеҙлек
26 Декабрь 2021, 08:30

Туймазыла ҙур тығын барлыҡҡа килде

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте етәксеһе Алик Шәрәфетдинов белдереүенсә...

Туймазыла ҙур тығын барлыҡҡа килдеТуймазыла ҙур тығын барлыҡҡа килде
Туймазыла ҙур тығын барлыҡҡа килде

Көслө ҡар яуыуы, елдең секундына 20 метрға тиклем көсәйеүе сәбәпле, Башҡортостанда "Приуралье" юл ойошмаһы акттарына ярашлы, федераль әһәмиәттәге М-5 "Урал" трассаһында 1281-се километрҙан 1363-сөгә тиклем, "Волга" М-7 юлында 1194-сенән - 1230-ға, 1305-сенән 1331-сегә ҡәҙәр, Р-240 Өфө - Ырымбур юлында 0-сенән 27-се километрға хәтлем хәрәкәт сикләнде.

Туймазы районында М-5 трассаһында 1301-се километрҙан 1307-сегә ҡәҙәр тығын барлыҡҡа килде, унда 30 машина торҙо. Бында йылыныу пункты – 1301-се километрҙа "Ашхана" кафеһы асылды. Урында Туймазы ҡалаһынан дүрт ҡотҡарыусы эшләй. Ике техника (бер ҡарйөрөгөс, М-20 палаткаһы) бар, ҡотҡарыусыларҙан торған оператив төркөм эшләй. Ҡар таҙартыуға дүрт техника йәлеп ителгән.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте етәксеһе Алик Шәрәфетдинов белдереүенсә, әле тығын асылған, хәрәкәт яйға һалынған, ҡаза күргәндәр юҡ. Тейешле ярҙам күрһәтелә, юлдағы хәл ведомствоның даими контролендә. Алыҫ юлға сыҡмай тороуығыҙ һорала.

Сығанаҡ: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.

Туймазыла ҙур тығын барлыҡҡа килде
Туймазыла ҙур тығын барлыҡҡа килде
Туймазыла ҙур тығын барлыҡҡа килде
Туймазыла ҙур тығын барлыҡҡа килде
Туймазыла ҙур тығын барлыҡҡа килде
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас