Хәүефһеҙлек
26 Декабрь 2021, 15:15

Ут 87 йәшлек инәйҙең ғүмерен өҙгән

Кисә Балтас районының Нажар ауылында янғын сыға.

Ут 87 йәшлек инәйҙең ғүмерен өҙгәнУт 87 йәшлек инәйҙең ғүмерен өҙгән
Ут 87 йәшлек инәйҙең ғүмерен өҙгән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан белдереүҙәренсә, кисә Балтас районының Нажар ауылындағы бер йортҡа "ҡыҙыл әтәс" ҡунаҡлай.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юлы ла янғын фажиғәһеҙ үтмәй. Янғын һүндереүселәр ут менән көрәшеп бөткәс, 1934 йылғы оло йәштәге ҡатындың һәләк булғаны асыҡлана. Инәйҙе ҡараған ауылдашы белдереүенсә, кискә ҡарай ул өйөнә ут яғырға һәм хужабикәнең хәлен белергә килгәндә, йорттоң эсенән көслө төтөн сығыуын абайлаған. Өйгә инерлек булмаған. Янғындың электр сымдарынан сығыуы ихтимал, ти тикшеренеүселәр. 

Ут менән һаҡ булығыҙ! Ян­ғын тигән ҙур бәләнән һаҡла­ныу өсөн республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт коми­теты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙә­ләренә иғтибар итергә һәм уларҙы бер һүҙһеҙ үтәргә саҡыра. Бына улар:

– асыҡ ут сығанаҡтарын – шырпы, зажигалка, шәм, тоҡанды­рылған тәмәкене һаҡ ҡулланығыҙ, ятҡан ерегеҙҙә тәмәке тартмағыҙ;
– тиҙ тоҡаныусан предметтар һәм материалдар менән эшлә­гәндә ут яндырмағыҙ;
– электр селтәренә ҙур көсөр­гәнеш яһамағыҙ, электр ҡора­мал­дарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, улар­ҙы балаларға ышанып ҡалдырмағыҙ;
– изоляцияһы зыян күргән электр үткәргесен, үҙегеҙ эшләгән йылытыу һәм ҡыҙҙырыу ҡора­малдарын файҙаланмағыҙ;
– сатнаған урыны булған, ишеге эшләмәгән мейестәрҙән һәм каминдарҙан файҙаланмағыҙ, асыҡ ишекле мейескә яҡмағыҙ. Мейес алдына 50-гә 70 сантиметрлы йоҡа тимер ҡағығыҙ;
– мейесте артыҡ ҡыҙҙырмағыҙ, эҫе мейестә утын, кейем һәм башҡа материалдарҙы киптер­мәгеҙ.
Бәләкәй балалары булған ата-әсәгә айырым мөрәжәғәт итәбеҙ. Балаларҙы бер ҡасан да ут, шырпы, зажигалка менән уйнатмағыҙ. Еңел янып китеүсән материалдар һәм шыйыҡсаларҙы уларҙың буйы етмәгән урында һаҡлағыҙ. Ут яғырға һәм уны ҡарап торорға ҡушмағыҙ.
Бөгөн кешеләрҙе янғындан ҡотҡарыусы иң файҙалы сара – үрҙә телгә алған янғын тураһында иҫкәртеүсе автономлы ҡулай­лама. Ул янғын сығыу менән төтөн еҫен тоя һәм ныҡ тауыш сығарып сырылдап кешеләрҙе иҫкәртә.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү ғүмерегеҙҙе, һаулығығыҙҙы һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡлай. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ
Фото: gazeta.ru
 
Автор:Карима Усманова
Читайте нас