Хәүефһеҙлек
26 Декабрь 2021, 12:00

Юлда – йәнә ҡурҡыныс авария

Был юлы Мәләүез районында 11 машина бәрелешкән...

Юлда – йәнә ҡурҡыныс аварияЮлда – йәнә ҡурҡыныс авария
Юлда – йәнә ҡурҡыныс авария

Бөгөн буран сәбәпле юлдарҙың ҡурҡыныс хәлдә булыуы тураһында бер нисә тапҡыр яҙҙыҡ инде. Авариялар һаны ла артты.

Тәүге ҙуры Өфө – Ырымбур трассаһында булып, унда 22 машина бәрелешкәйне. Йәнә ҡурҡыныс авария бөгөн төш мәлендә Мәләүез районында булды: ошо уҡ Өфө – Ырымбур автомобиль юлының 191-се километрында 11 автомобиль бәрелеште. Шөкөр, быныһында ҡорбандар юҡ, машиналарға ғына зыян килгән.

Әлеге ваҡытта урында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар, табиптар эшләй. Билдәле булыуынса, аварияға эләккәндәр Ырымбур яғынан Өфөгә юлланған булған.

Буран әле һаман тынырға уйламай, өйҙә ҡалыу күпкә хәйерле.

Фото, видео: ЮХХДИ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас