Хәүефһеҙлек
26 Декабрь 2021, 14:30

Юлдарҙағы сикләүҙә үҙгәрештәр

Һауа торошона бәйле сикләүҙәр дауам итә.

Юлдарҙағы сикләүҙә үҙгәрештәрЮлдарҙағы сикләүҙә үҙгәрештәр
Юлдарҙағы сикләүҙә үҙгәрештәр

Башҡортостанда Р-240 Өфө - Ырымбур трассаһының ҡайһы бер участкаларында бөтә төр транспорттың хәрәкәт итеүе тыйылды: 17-се саҡрымдан (аэропортҡа боролош) 280-сегә (Ырымбур өлкәһе менән сик) ҡәҙәр.

Оҙайтылды:

М-5 "Урал" трассаһында Башҡортостанда, Татарстанда, Ырымбур өлкәһендә 1194-се саҡрымдан (Һамар өлкәһе менән сик) 1281-се (Октябрьский) саҡрымға һәм 1363-сө саҡрымдан (Иҫке Боғаҙы) 1548-сегә ҡәҙәр (Силәбе өлкәһе менән сик).

Бынан тыш, Ырымбур өлкәһендә лә Р-240 Өфө - Ырымбур юлындағы транспорт хәрәкәте сикләнде: 280-се саҡрымдан (Башҡортостан менән сик) 316-сыға (2-се Иманғол) тиклем.

Фото: 02.mchs.gov.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас