+30 °С
Болотло


Яңы йыл алдынан Өфө ҡалаһында күңелһеҙ хәл теркәлгән. 25 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 2-ләрҙә баш ҡаланың уртаһындағы банктарҙың береһенә һөжүм иткәндәр. Ҡулдарына пистолет тотҡан ике ир бинаға үтеп инә. Был мәлдә офиста кассир менән бер нисә клиент ҡына булған. Енәйәтселәр 4 млн һум самаһы аҡсаны урлаған.
Енәйәтселәрҙе эҙләү дауам итә, ваҡиға буйынса енәйәт эше асылған.
Фото: "Башинформ"