Хәүефһеҙлек
27 Декабрь 2021, 15:00

Вахтасы яҡташыбыҙ янып үлгән...

17 йәшлек үҫмерҙең төҙөлөшкә ни өсөн эшкә алынғаны ла тикшереләсәк.

Вахтасы яҡташыбыҙ янып үлгән...Вахтасы яҡташыбыҙ янып үлгән...
Вахтасы яҡташыбыҙ янып үлгән...

Вахта ысулы менән ситтә эшләгән бер яҡташыбыҙҙың ғүмере фажиғәле өҙөлгән. Яңы Уренгой ҡалаһы Коротчаево биҫтәһендәге тимер юл вокзалында өс вахтасы тереләй янып үлгән, уларҙың береһе - Башҡортостандан.

Был хаҡта "Ямал 1" баҫмаһы хәбәр иткән. 22 декабрҙә төндә вокзалдың реконструкцияға ябылған корпусында ут сыҡҡан. Яҡынса мәғлүмәт буйынса, майҙаны 25 квадрат метрлыҡ ял итеү бүлмәһе янып киткән. Утты һүндергән ваҡытта ҡотҡарыусылар өс кешенең мәйетен тапҡан. Был урындағы төҙөлөш компанияһы эшселәренең икәүһе - Ырымбур өлкәһенән, өсөнсөһө - Башҡортостандан. Мәрхүмдәргә 17, 32 һәм 42 йәш булған.

Фажиғәне Яңы Уренгой транспорт прокуратураһы һәм Ямал-Ненец автономиялы округы буйынса Тәфтиш комитеты тикшерә. Уларҙы Ырымбур өлкәһенән булған 17 йәшлек үҫмерҙең төҙөлөшкә ни өсөн эшкә алынғаны ла ҡыҙыҡһындыра.

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас