

27 декабрҙә Рәсәйҙә Ҡотҡарыусылар көнө билдәләнде. Ошо айҡанлы Өфөләге “Торатау” конгресс-холында тантаналы сара үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Республика етәксеһе тәүҙә Федераль янғын хеҙмәте бүлексәләренә тапшырыласаҡ яңы техника менән танышты. Улар араһында личный составты янғын, авария-ҡотҡарыу урынына алып барыуға тәғәйенләнгән янғын-ҡотҡарыу автомобиле лә бар. Шулай уҡ һурҙырыу станцияһы, янғын һүндереү насосы булған махсус автомобиль, санитар эшкәртеү комплексы һәм манипулятор – бөтәһе 12 берәмек техника.
– Һеҙҙең һәр берегеҙ – алыштырғыһыҙ белгес. Үҙенсәлекле ҡотҡарыу операциялары уҙғараһығыҙ. Ҡала-ауылдарҙы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән йолоп алып, ауыр бурыстарҙы хәл итәһегеҙ. Һеҙҙең хеҙмәт хәүеф менән күҙгә-күҙ осрашып, үҙен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, иң яуаплы эште башҡарыуға һәләтле ҡыйыу кешеләрҙе берләштерә. Бөгөн хеҙмәт ветерандарына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Һеҙ бөгөнгө ҡотҡарыусыларҙың ҡеүәтле, юғары профессионалдар командаһы инешендә торҙоғоҙ, – тине сығышында Радий Фәрит улы.
Шулай уҡ ул бынан 30 йыл элек Өфө нефть эшкәртеү заводында уҙғарылған үҙенсәлекле ҡотҡарыу операцияһын да телгә алды. Мәғлүм булыуынса, 1991 йылда көҙ 120 метр бейеклектәге торбаның өҫкө өлөшө емерелеү хәүефе тыуа. Хәрбиҙәр, ҡотҡарыусылар, альпинистар һәм спелеологтарҙың йүнәлешле шартлатыуҙы оҫта ойоштороуы һөҙөмтәһендә фажиғәгә юл ҡуйылмай. Радий Хәбиров белдереүенсә, Сергей Шойгу юғары бейеклектә шартлатҡыс һалған ирекмән-ҡотҡарыусыларҙың үҙенсәлекле эшен йыш иҫкә ала. Улар араһында Өфөнән Камил Мөхөтдинов та булған.
– Ул осорҙан күп нәмә үҙгәрҙе. Был хеҙмәткә яңы белгестәр килде. Кадрҙар әҙерләү эше көйләнде, яңы техника һәм технологияларҙы ҡулланырға өйрәндегеҙ. Әммә иң мөһиме үҙгәрешһеҙ ҡалды – батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булыу. Быйыл яҙ кешеләрҙе ташҡындан ҡотҡарҙығыҙ. Урал аръяғындағы ҙур янғындарҙа аныҡ, оҫта эшләнегеҙ, уттың ауылдарға күсеүенә юл ҡуйманығыҙ, – тип билдәләне республика Башлығы.
Быйыл ҡотҡарыусылар ике меңдән ашыу эҙләү-ҡотҡарыу эшенә, 11 меңдән күберәк янғынға сыҡҡан. Уларҙың ошо көндәрҙәге көслө буранда ҡар ҡамауында ҡалған юлсыларға тәүгеләрҙән булып ярҙамға килгәнен дә телгә алды Радий Хәбиров.
Башҡортостан ҡотҡарыусылары хеҙмәтен ил етәкселеге лә лайыҡлы баһалап килә. Президент Владимир Путиндың указы менән Александр Петрович Хижнякка “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Ул 26 йыл хеҙмәте осоронда 1600-ҙән ашыу ғәҙәттән тыш хәлгә һәм янғынға сыҡҡан.
Республика Башлығы былтыр “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы” тигән маҡтаулы исем булдырыуҙары тураһында ла әйтте. Сара барышында Радий Хәбиров бындай награданы Авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең эҙләү-ҡотҡарыу бүлексәһе начальнигы Игорь Окользинға тапшырҙы. Игорь Борисович 1700-ҙән ашыу эҙләү-ҡотҡарыу эшендә ҡатнашҡан. Ул Белорет районындағы Ҡағы быуаһы емелеү эҙемтәләрен бөтөрөүгә, Яңы Абҙаҡ ауылында Ҡыҙыл йылғаһы ташыуына бәйле кешеләрҙе эвакуациялауға, Ирәкташ һәм Межгорье ҡалаһы эргәһендәге янғындарҙы һүндереүгә өлөш индергән.
Сара барышында Өфөләге һәм баш ҡаланың Совет районы, Дим биҫтәләрендәге, Ишембай, Саҡмағош, Шишмә, Баймаҡ, Учалы райондарындағы янғын һүндереү частарына заманса йыһазландырылған махсус техника асҡыстары ла тапшырылды.
Башҡортостанда ҡотҡарыу хеҙмәте йылдан-йыл үҫә, республика етәкселеге быға тос өлөш индерә. Мәҫәлән, быйыл Баймаҡ, Күгәрсен, Шишмә райондарында дүрт яңы часть асылған. Ҡотҡарыу хеҙмәттәренә ярты миллиард һумға торошло 75 берәмек техника алынған. Ауыл биләмәләрендәге ирекле янғын һағына ете автоцистерна һәм 31 берәмек яңы тағылма техника алыуҙа ярҙам иткәндәр.
– Быйыл беҙ ҡотҡарыусылар оҙаҡ йылдар көткәнде эшләнек – янғын-ҡотҡарыу вертолеты алдыҡ. Ул үҙебеҙҙең Күмертау авиазаводында йыйылған һәм һынау үтә. Хәҙер алыҫ, шулай уҡ үтеүе ауыр биләмәләрҙәге янғындарҙы һүндереүгә һәләтле ҡотҡарыу авиацияһы бар, – тине Радий Хәбиров.
Сарала ҡыйыу һөнәр эйәләренә маҡтаулы исемдәр, Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ байрам айҡанлы матур концерт күрһәтелде.
Ҡотҡарыусылар хаҡында Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә лә яҙҙы. "Алда – барыбыҙ ҙа яратҡан Яңы йыл байрамы, ял көндәре. Ә ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр өсөн был осор - тәүлек әйләнәһенә хәрби дежурлыҡ, көсөргәнеш, оператив саралар көткән ҡыҙыу мәл. Шулай уҡ район-ҡала хакимиәттәре тулы әҙерлектә. Һәм һәр көндә, байрамда шулай була. Иң мөһиме – ҡотҡарыусыларыбыҙҙың беҙҙе бер ҡасан да ауырлыҡта ҡалдырмаясағын беләбеҙ", - тип ышаныс белдерҙе Радий Фәрит улы.
Автор фотолары һәм https://vk.com/radiyhabirov