Хәүефһеҙлек
30 Декабрь 2021, 10:30

Был көрәштә беҙ еңелдек...

Ғәжәп һандар. Юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнгәндәр кәмегән, ә үлгәндәр артҡан. Был бер генә нимә тураһында һөйләй – юғары тиҙлек...

Был көрәштә беҙ еңелдек...Был көрәштә беҙ еңелдек...
Был көрәштә беҙ еңелдек...

Башҡортостанда йыл башында аварияларҙа үлгән кешеләрҙең һанын кәметеү тигән бурыс ҡуйылғайны. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл был күрһәткестәргә өлгәшеп булмаған. Был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтте. Уның белдереүенсә, быйыл авариялар менән көрәштә республика еңелгән.

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушевҡа мөрәжәғәт итеп, Башҡортостан Башлығы йәш министрға йәш яугир курсы булмауын, килеү менән һуғышҡа ташланыуы – ауыр булыуын билдәләне. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, министр үҙ бурыстарын тормошҡа ашыра башланы, шул иҫәптән Өфөлә. Транспорт өлкәһендә тәртип урынлаштырыу буйынса бурыс үтәлде.

– Насары шул: бөтә республика – бында барыбыҙ ҙа инә – муниципалитет башлыҡтары, юл хәрәкәте хеүефһеҙлеге хеҙмәте, министр ҙа авариялар менән көрәштә еңелдек. Ғәжәп һандар. Юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнгәндәр кәмене, ә үлгәндәр артты. Был бер генә нимә тураһында һөйләй – юғары тиҙлек. Бының өҫтөндә эшләргә кәрәк. Февралдә ЮХХДИ етәкселеге менән берлектә үтәсәк тәүге "Транспорт сәғәте"ндә миңә әйтерһегеҙ: 2022 йылда ниндәй маҡсат ҡуябыҙ һәм уға нисек өлгәшәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Фото: gorobzor.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас