

Башҡортостан Республикаһында Яңы 2022 йылды ҡаршылауға һәм Раштыуаға арналған саралар 2021 йылдың 20 декабренән алып ойошторола башланы.
Рәсми эшләгән барлыҡ боҙ ҡаласыҡтарында асылған көндән үк тәүлек әйләнәһенә йәмәғәт тәртибен ойоштороу буйынса саралар күрелә, уларҙа көн һайын эске эштәр органдарының 400-ҙән ашыу хеҙмәткәре йәмәғәт тәртибе һәм граждандар хәүефһеҙлеге һағында тора.
- 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарай төндә Башҡортостан Республикаһының 63 муниципаль берәмегендә халыҡ күпләп байрам иткән Яңы йыл шыршыһы ҡуйылған майҙандарҙа һәм боҙ ҡаласыҡтарында һәм башҡа урындарҙа 300 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Шулай уҡ 6 ғинуарҙан 7 ғинуарға ҡарай республика ғибәҙәтханаларында, сиркәүҙәрендә һәм башҡа ғибәҙәт ҡылыу урындарында Раштыуа байрамдарында бағышланған саралар уҙа, унда 25 меңдән ашыу кеше киләсәк.
31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарай төндә эске эштәр органдарынан 2500 самаһы хеҙмәткәр һәм шәхси һаҡ ойошмаларынан 500-ҙән ашыу хеҙмәткәр, шулай уҡ йәмәғәт һәм тәртип һаҡлау йүнәлешендәге ойошмаларҙан 600 самаһы вәкил йәлеп ителәсәк. Шулай уҡ юл патруле хеҙмәткәрҙәре наряды ла көсәйтеләсәк, йәғни Яңы йыл төнөндә байрам саралары уҙған урындарҙа юл патруле хеҙмәтенән 370 инспектор, шул иҫәптән көстәрҙе һәм сараларҙы ҡулланыу планы буйынса нарядтар ҙа йәлеп итәләсәк.
6 ғинуарҙан 7 ғинуарға ҡарата эске эштәр органдарынан 1400 хеҙмәткәр, шәхси һаҡ хеҙмәтенән 60 хеҙмәткәр һәм йәмәғәт ойошмаларынан 400-ҙән ашыу кеше йәлеп ителәсәк.
Оператив хәл ҡатмарлашыу осрағына территориаль эске эштәр бүлектәрендәге шәхси составтың көндәлек резервы ҡаралған.
Байрам саралары ваҡытында “Хәүефһеҙ ҡала” аппарат-программа комплексының видеокүҙәтеү системаһы мөмкинлектәре тулыһынса ҡулланыласаҡ.
Сара үтәсәк урындарҙы һәм уның янындағы биләмәләрҙе байрам саралары башланғанға тиклем ике сәғәт алдан уҡ, хеҙмәт-эҙләү эттәре менән кинолог белгестәрҙе йәлеп итеп, шартлатыу әйберҙәре һәм ҡорамалдары барлығына тикшереү ҡаралған, - тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығынан.
Шулай уҡ терроризмдан һаҡланыу һәм халыҡ байрам иткән урындарҙа транспорт юлын ябыу буйынса барлыҡ саралар күрелә. Граждандарҙы металлодетекторҙар ярҙамында тикшереп үткәреү ойошторолған.
Бынан тыш, алдағы йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Яңы йыл каникулында алкоголле эсемлектәрҙе ҡулланыу буйынса сикләүҙәр индереп килде, ошоға бәйле, 2007 йылдың 1 мартында ҡабул ителгән “Башҡортостан Республикаһында этил спирты продукцияһын етештереү һәм әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү һәм алкоголле продукцияны ҡулланыуҙы (эсеүҙе) сикләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһының 414-се законының 6.2 статьяһына ярашлы, 2022 йылдың 3 ғинуарында алкоголле һәм спиртлы эсемлектәрҙе һатыу урындағы ваҡыт менән иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 17:00 сәғәткә тиклем, ә 4, 5 һәм 6 ғинуарҙа сәғәт 10-дан 17:оо сәғәткә тиклем һатыу рөхсәт ителә.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, личный составы Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдарына әҙерлек һәм үткәреү ваҡытында тәртип һаҡлауҙы тәьмин итеү буйынса ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә әҙер.
Фото: bryansknovosti.ru