Хәүефһеҙлек
31 Декабрь 2021, 09:00

Ишем ауылы халҡының Яңы йылды клубһыҙ ҡаршылауы күңелһеҙ хәл

Ишембай районында клуб янды, Октябрьскиҙа кеше һәләк булды...

Ишем ауылы халҡының Яңы йылды клубһыҙ ҡаршылауы күңелһеҙ хәлИшем ауылы халҡының Яңы йылды клубһыҙ ҡаршылауы күңелһеҙ хәл
Ишем ауылы халҡының Яңы йылды клубһыҙ ҡаршылауы күңелһеҙ хәл

Бөгөн иртәнсәк 8:20 сәғәттә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Ишембай районының Ишем ауылында клуб яныуы тураһында хәбәр итәләр.

Ҡотҡарыусылар килгәндә, 13х9 ҙурлығындағы ағас бинаны ут ялмап алған була. Утты һүндереүгә туғыҙ кеше һәм дүрт берәмек техника йәлеп ителгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүселәре янғын сәбәптәрен асыҡлаясаҡ. Янғында зыян күреүсе кешеләр юҡ, әммә Ишем ауылы халҡының Яңы йылды клубһыҙ ҡаршылауы күңелһеҙ хәл.

Шулай уҡ бөгөн төндә 02:53 сәғәттә Октябрьский ҡалаһының 35-се биҫтәһендәге 24-се йортта төтөн тураһында хәбәр итәләр.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килгәндә йорттоң бишенсе ҡатында ике бүлмәле фатир янған була. Ҡотҡарыу эштәре барышында фатирҙың ишек төбөндә бер кешене һәм балконында икенсе кешене табалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1980 йылғы ир төтөнгә ағыуланып үлгән, ә 1952 ирҙе дауаханаға оҙатҡандар, ул да ауыр хәлдә. Шулай итеп, был ғаиләнең тыуғандарына оло ҡайғы килде. Улар Яңы йылды матур табын артында ҡаршылар урынға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡындарын ерләү мәшәҡәттәре менән йүгерәсәк. Шулай уҡ был янғын ошо йорттағы кешеләрҙең дә байрам кәйефен боҙҙо...  

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн республиканың 29 муниципаль районы һәм ҡала округтарында Яңы йылға арналған 35 байрам сараһы уҙасаҡ. Һәр сарала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре дежур итә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының барлыҡ көстәре юғары әҙерлек режимында эшләй.

Әммә һәр йорт һәм фатир эргәһенә һаҡҡа хеҙмәткәр ҡуйып булмай. Шуға ла граждандар үҙҙәре хәүефһеҙлек сараһын күрергә тейеш. Электр ҡорамалдарын һаҡсыл ҡулланыу, мунса яҡҡанда ла сама белеү, боҙоҡ мейесте ҡулланмау, өлкәндәрҙе һәм балаларҙы янғыҙ ҡалдырмау, пиротехника әйберҙәрен ҡулланғанда ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү кеүек ябай талаптарҙы һәр кеше күҙәтә ала, ә бит уның нигеҙе – беҙҙең хәүефһеҙлек.

Яңы йыл имен килһен, барыбыҙҙы уны иҫән-һау ҡаршылайыҡ, байрам кәйефен боҙмау иһә һәр кешенең һаҡсыллығына һәм яуаплығына бәйле.

Көтөлмәгән хәлдәр килеп тыуғанда, "112" телефонына шылтыратығыҙ.

Фото: @mchsrb.

Ишем ауылы халҡының Яңы йылды клубһыҙ ҡаршылауы күңелһеҙ хәл
Ишем ауылы халҡының Яңы йылды клубһыҙ ҡаршылауы күңелһеҙ хәл
Ишем ауылы халҡының Яңы йылды клубһыҙ ҡаршылауы күңелһеҙ хәл
Ишем ауылы халҡының Яңы йылды клубһыҙ ҡаршылауы күңелһеҙ хәл
Ишем ауылы халҡының Яңы йылды клубһыҙ ҡаршылауы күңелһеҙ хәл
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас