

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Яңы йыл байрамы бәлә-ҡазаһыҙ үтмәй. Туймазы һәм Белорет районындағы янғында ике ирҙең ғүмере өҙөлә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 ғинуарҙа 23 сәғәт 51 минутта Туймазы ҡалаһының Чкалов урамында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Янғын һағы хеҙмәткәрҙәре һәм ҡотҡарыусылар шунда уҡ хәл-ваҡиға урынына ашыға.
Үкенескә ҡаршы, "Ҡыҙыл әтәс" бер ҡатлы ағас йортҡа ҡунаҡлаған һәм фажиғәгә килтергән. Янғын һүндереүселәр утҡа ҡаршы көрәшеп бөткәс, 1974 йылғы ирҙең һәләк булғаны асыҡлана.
Йәнә бер аяныслы хәл бөгөн төндә Белорет районының Бирҙеғол ауылында теркәлә. Бында ла йорт яна һәм… унда 1960 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла.
Ике осраҡ буйынса ла тикшереү эштәре бара, янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана.
Ут менән һаҡ булығыҙ! Янғын тигән ҙур бәлә-ҡазанан һаҡланыу өсөн республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә иғтибар итергә һәм уларҙы һис һүҙһеҙ үтәргә саҡыра. Бына улар:
* асыҡ ут сығанаҡтарын – шырпы, зажигалка, шәм, тоҡандырылған тәмәкене һаҡ ҡулланығыҙ, ятҡан ерегеҙҙә тәмәке тартмағыҙ;
* тиҙ тоҡаныусан предметтар һәм материалдар менән эшләгәндә ут яндырмағыҙ;
* электр селтәренә ҙур көсөргәнеш яһамағыҙ, электр ҡорамалдарын ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ, уларҙы балаларға ышанып тапшырмағыҙ;
* изоляцияһы зыян күргән электр үткәргесен, үҙегеҙ эшләгән йылытыу һәм ҡыҙҙырыу ҡорамалдарын файҙаланмағыҙ;
* сатнаған урыны булған, ишеге эшләмәгән мейестәрҙән һәм каминдарҙан файҙаланмағыҙ, асыҡ ишекле мейескә ут яҡмағыҙ. Мейес алдына 50 х 70 сантиметр ҙурлығында йоҡа тимер ҡағығыҙ;
* мейесте артыҡ ҡыҙҙырмағыҙ, эҫе мейестә утын, кейем һәм башҡа материалдарҙы киптермәгеҙ.
Бәләкәй балалары булған ата-әсәгә айырыуса мөрәжәғәт итәбеҙ. Балаларығыҙға бер ҡасан да ут, шырпы, зажигалка менән уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Тиҙ тоҡаныусан материалдарҙы һәм шыйыҡсаларҙы уларҙың буйы етмәгән урында һаҡлағыҙ. Ут яғырға һәм уны ҡарап торорға ҡушмағыҙ.
Бөгөн кешеләрҙе янғындан ҡотҡарыусы иң файҙалы сара – янғын тураһында иҫкәртеүсе автономиялы ҡулайлама. Ул ут сығыу менән төтөн еҫен тоя һәм, көслө тауыш сығарып сырылдап, кешеләрҙе хәүеф хаҡында иҫкәртә.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү ғүмерегеҙҙе, һаулығығыҙҙы һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡлай. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: "Башинформ".