Хәүефһеҙлек
2 Ғинуар 2022, 02:35

Ваня үҙенең ҡотҡарыусыһы менән осрашҡан

Билдәле булыуынса, ул өс йыл элек Магнитогорск ҡалаһындағы ҡот осҡос шартлауҙан һуң иҫән ҡалғайны..

Ваня үҙенең ҡотҡарыусыһы менән осрашҡанВаня үҙенең ҡотҡарыусыһы менән осрашҡан
Ваня үҙенең ҡотҡарыусыһы менән осрашҡан

Бынан өс йыл элек бар Рәсәйҙе шаңҡытҡан ҙур фажиғәне барыһы ла хәтерләйҙер: Башҡортостандың ут күршеһе – Магнитогорск ҡалаһында туғыҙ ҡатлы йорттоң бер подъезы тулыһынса емерелде. 39 кешенең ғүмере өҙөлгән фажиғәлә, Яңы йыл мөғжизәһе булараҡ, карауатына ныҡлы итеп төрөп һалынған туғыҙ айлыҡ Ваня Фокин иҫән ҡалды. Төрлө тән йәрәхәте алған сабый әсәһе менән оҙаҡ ваҡыт Мәскәүҙә дауалау курсы үтте.

Йыл һайын икенсе тыуған көнөн билдәләгән Яңы йыл байрамында малайға Магнитогорскиҙың ҡотҡарыу хеҙмәтенән бүләк тапшыралар. Был юлы Ваня өсөн көтөлмәгән ваҡиға булған: ул үҙенең ҡотҡарыусыһы Петр Гриценко менән осрашҡан. Ошо мәлдә ололарҙың һәр береһенең күҙендә йәш күренһә, кескәй Ваняның ғына күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары балҡыған, сөнки ул үҙен бер мәлгә генә булһа ла "ысын ҡотҡарыусы" итеп тойған.

Баланы емереклектәр араһынан табып алған Петр Гриценко тулҡынланыуын йәшерә алмай. "Үлемдән ҡотҡарылған һәр ғүмер, бигерәк тә баланың ғүмере – ысын мәғәнәһендә мөғжизәгә тиң!" – тип белдергән ул.

Яңы йылды һәр даим ҡотҡарыусылар янында ҡаршылаған Ваня Фокин да, кем белә, бәлки, киләсәктә ҡотҡарыусы булып китер әле.

Фото: "Пенсионеры" сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас