

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байрам көндәрендә лә республикала ут сығыу осраҡтары күҙәтелә, унда кешеләрҙең ғүмерҙәре өҙөлә.
Бөгөн төндә Баймаҡ районының Темәс ауылындағы ағас йортта янғын сыға. Махсус хеҙмәттәр мәғлүмәте буйынса, өй мейес менән йылытылған, газ үтмәгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан белдереүҙәренсә, был юлы ла янғын фажиғәһеҙ үтмәй: 1963 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла, ул - йорт хужаһы - яңғыҙ йәшәгән. Ваҡиға урынында тикшереү эштәре башланған, фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ут менән һаҡ булырға, янғындан һаҡланыу өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һис һүҙһеҙ үтәргә саҡыра. Бына улар:
* асыҡ ут сығанаҡтарын – шырпы, зажигалка, шәм, тоҡандырылған тәмәкене һаҡ ҡулланығыҙ, ятҡан ерегеҙҙә тәмәке тартмағыҙ;
* тиҙ тоҡаныусан предметтар һәм материалдар менән эшләгәндә ут яндырмағыҙ;
* электр селтәренә ҙур көсөргәнеш яһамағыҙ, электр ҡорамалдарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, уларҙы балаларға ышанып тапшырмағыҙ;
* изоляцияһы зыян күргән электр үткәргесен, үҙегеҙ эшләгән йылытыу һәм ҡыҙҙырыу ҡорамалдарын файҙаланмағыҙ;
* сатнаған урыны булған, ишеге эшләмәгән мейестәрҙән һәм каминдарҙан файҙаланмағыҙ, асыҡ ишекле мейескә ут яҡмағыҙ. Мейес алдына 50 х 70 сантиметр ҙурлығында йоҡа тимер ҡағығыҙ;
* мейесте артыҡ ҡыҙҙырмағыҙ, эҫе мейестә утын, кейем һәм башҡа материалдарҙы киптермәгеҙ.
Бәләкәй балалары булған ата-әсәгә айырыуса һаҡ булһын. Бәләкәстәргә бер ҡасан да ут, шырпы, зажигалка менән уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Тиҙ тоҡаныусан материалдарҙы һәм шыйыҡсаларҙы уларҙың буйы етмәгән урында һаҡлағыҙ. Ут яғырға, уны ҡарап торорға ҡушмағыҙ.
Бөгөн кешеләрҙе янғындан һаҡлаясаҡ иң файҙалы сара – ут тураһында иҫкәртеүсе автономиялы ҡулайлама. Ул тиҙ арала төтөн еҫен тоя һәм, көслө тауыш сығарып сырылдап, кешеләрҙе хәүеф хаҡында иҫкәртә.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү ғүмерегеҙҙе, һаулығығыҙҙы, мөлкәтегеҙҙе һаҡлай. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ!
Фото: "Башинформ".