

Республиканың ҡала һәм райондарында тәбиғәт шарттары кинәт насарланды. Юл-транспорт авариялары һөҙөмтәһендә һәләк булыусылар бар.Республиканың дәүләт автоинспекцияһы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн бөтә көсөн һала. Байрам һәм ял көндәре булыуына ҡарамаҫтан, экипаждар һаны арттырылған. Юлдарҙың хәүефле участкаларында улар хеҙмәттә тора.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы ярҙамында юл хеҙмәттәре ваҡытында трассаларҙы таҙартырға тырыша. Федераль һәм республика автомобиль юлдарында бөтә транспорт сараларының ҡаршылыҡһыҙ хәрәкәтләнеүе өсөн шарттар тыуҙырыла.
Фото:autobau.ru