

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы янғында зыян күргән 11 йәшлек малайҙың хәле тураһында аңлатма бирҙе.
Хәбәр итеүебеҙсә, 3 ғинуарҙа Иглин ауылында ике ҡатлы ағас йорт янып, өс ул тәрбиәләгән әсә ҙур зыян күрҙе. Янғын мәлендә өйҙә 2010 йылғы малай ғына була.
Үкенескә ҡаршы, баланың һаулығы ныҡ зыян күргән: ут арҡаһында уның тәне – 85 процент, үпкәләре 50 процент ҡазаланған, ти белгестәр. Бала ауыр хәлдә Өфөнөң 18-се дауаханаһында, реанимацияла ята. Табиптар уны ҡотҡарыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.
Әлеге ваҡытта социаль селтәрҙәрҙә малайҙы тиҙ арала Мәскәүгә, Склифосовский исемендәге институт дауаханаһына оҙатыу тураһында фекерҙәр әйтелә. Әммә табиптар, баланы Мәскәү дауаханаһына илтеү әлегә мөмкин түгел, ул транспорт менән күсереп йөрөтөүгә яраҡһыҙ, тигән фекерҙә.
“Баланың әсәһе һәм туғандары менән даими бәйләнеш тотола. Улар дауалау барышы тураһында хәбәрҙар. Бала бик ауыр хәлдә, гемодинамика тотороҡһоҙ. Федераль үҙәк менән телемедицина алымында консультуциялар уҙғарыды. Тейешле медицина ярҙамы тулыһынса күрһәтелә. Баланың хәле тотороҡһоҙ, уны транспорт менән ҡайҙалыр күсереү әлеге мәлдә мөмкин түгел”, - тигән аңлатма бирҙеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Был ауыр хәлдән һуң малайҙың өләсәһе социаль селтәрҙә түбәндәгеләрҙе яҙҙы: “Кешеләр, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Ҡайғы ишек ҡаҡһа, ныҡ-ныҡ ауыр. Балаларығыҙҙы, ейәндәрегеҙҙе һаҡлағыҙ. Уларҙан ҡәҙерлерәк бер кем дә юҡ. Балаң үлем менән йәшәү араһында ятҡанда, һүҙҙәр табып булмай. Йөрәктә нимә ҡупҡанын аңлатыу мөмкин түгел. Бер-берегеҙҙе ҡәҙерләгеҙ. Барығыҙға ла именлек”.
Балаҡайҙың тиҙерәк һауығыуын, аяҡҡа баҫыуын теләйек!
Фото һәм сығанаҡ: “Башинформ”.