

Оҙайлы ялдар мәлендә янғындар һәм бәхетһеҙ осраҡтар арта. Был көндәр имен, хәүефһеҙ үтһен өсөн күп төрлө хеҙмәттәр эштәрен туҡтатмай. Һүҙ тәү сиратта янғын һүндереүселәр, хоҡуҡ һаҡсылары, ҡотҡарыусылар, табиптар тураһында. Бөгөн йәнә шундай кешеләрҙең береһе менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ул - Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының янғынға ҡаршы федераль хеҙмәте 22-се янғын һүндереү станцияһының 1-се янғын һүндереү часы ҡарауыл начальнигы, эске хеҙмәт лейтенанты Шамил Фазлыев.
Шамилға 23 йәш кенә булһа ла, ул - тәжрибәле ҡотҡарыусы. Егет дүрт йыл Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәтенең Иванов янғын-ҡотҡарыу академияһында уҡыған. Әле икенсе йыл Өфөлә эшләп йөрөй. Үҙе сығышы менән Дүртөйлөнән.
– Байрамдар, ялдар ваҡытында эшләүе ауыр түгелме? Яҡындарың байрамдарҙы бергә үткәрмәгәнгә үпкәләмәйме? – тип һорайбыҙ унан.
– Был - беҙҙең хеҙмәт, бер кем дә үпкәләмәй. Йөрөгән ҡыҙым да һәр ваҡыт аңлап ҡарай. Байрамдар осоронда беҙҙең хеҙмәттәр һәр ваҡыт көсәйтелгән тәртиптә эшләй. Беҙ быға өйрәнгәнбеҙ һәм күнегеп бөткәнбеҙ, – ти ул.
Шамил быйыл Яңы йыл төнөндә, 31 декабрҙә, эшләгән. Байрам көнөндә эшләү башҡаларҙан бер нәмәһе менән дә айырылмай тиерлек икән. Егеттәр шулай уҡ күнекмәләр үткәрә, уҡыуҙар туҡтамай. Ни бары кискә байрам табыны әҙерләйҙәр һәм, буш булһалар, Президент Владимир Путиндың телмәрен тыңлайҙар.
“Байрам табынын матур итеп әҙерләйбеҙ, әммә бер ҡасан да спиртлы эсемлектәр ҡуймайбыҙ. Һуттар, газировка менән билдәләйбеҙ байрамды. Ҡапыл саҡырыу булһа, бөтә нәмәне лә ташлайбыҙ һәм бер минут эсендә йыйынып сығып китергә тейешбеҙ. Шуға өйрәнгәнбеҙ. Беҙҙең часть ҙур, баш ҡаланың Киров, Совет һәм Өфө райондары өсөн яуаплыбыҙ. Ҙур янғындар булһа, күршеләргә лә ярҙамға сығабыҙ, һынашып тормайбыҙ”, – ти Шамил Марс улы.
Ул быйыл 31 декабрь төнөндә һәм 4 ғинуарҙа дежурҙа булған. 31-е төн көсөргәнешле үткән.
– Яңы йыл төнөндә күп эшләргә тура килде. Фатирҙар һәм мунсалар янды, бер урында сүп-сар үртәлгәнгә барҙыҡ. 4 ғинуарҙа иһә сағыштырмаса тынысыраҡ булды, бер тапҡыр фатир яныуға ғына барҙыҡ, – ти Шамил.
Егет барыһын да байрамдар менән ҡотлай, именлек теләй. “Күп фажиғәләр кешеләрҙең иғтибарһыҙлығынан килеп сыға. Шулай уҡ - иҫерткес эсемлектәр эсеү, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итеү. Байрамдар фажиғә менән тамамланмаһын өсөн бар ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәрәк. Айырыуса балаларға иғтибарлыраҡ булһындар ине тип теләйем”, – ти ул.
Фото геройҙың шәхси архивынан.