Хәүефһеҙлек
7 Ғинуар 2022, 15:45

Етмештән ашыу техника эшләй

Стәрлетамаҡ ҡалаһында төндә 17 техника дежурға сығарыласаҡ.

Етмештән ашыу техника эшләйЕтмештән ашыу техника эшләй
Етмештән ашыу техника эшләй

Стәрлетамаҡ ҡалаһының коммуналь хеҙмәттәре ҡар менән көрәште дауам итә.

Мәҫәлән, бөгөн урамдарҙы һәм ихата эстәрен таҙартыуға етмештән ашыу махсус техника йәлеп ителде. Бынан тыш, 333 урам һепереүсе эшләй. Төндә 17 техника дежурға сығасаҡ.

Барыһы ла контролдә, тиҙәр урындағы коммуналь хужалыҡ хеҙмәтендә.

Фото: "Ашҡаҙар" гәзитенең социаль селтәрҙәге сәхифәһе. 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас