

Баш ҡаланы ҡарҙан таҙартыу өсөн 366 берәмек техника, 1450 хеҙмәткәр сыҡҡан. Иртән линияға 230 техника, 324 юл эшсәне йәлеп ителгән. Ҡаланың үҙәк урамдары, туҡталыштар, торотуар, күпер, юл үткәргестәр таҙартыла, тип хәбәр итәләр мэриянан.
Ихаталарҙы 650 урам һепереүсе, 450 башҡа һөнәр вәкилдәре, 136 коммуналь техника йыйыштырған. Шәхси идарасы компаниялар (улар 136) һәм ТСЖ (84) - улар бер меңдән ашыу күп фатирлы йортто хеҙмәтләндерә, 300 урам һепереүсе һәм 50 берәмек техника эшләй. Өй баштарын ҡарҙан таҙалар өсөн 193 кеше көс түгә - был 65 бригада.
"Бынан тыш, кисә Өфөлә ҡар таҙартыу өмәһе ойошторолдо, уның барышында 254 ихата биләмәһе ҡарҙан әрселде. Ихаталарға инеү урындарын, тротуарҙарҙы, күп фатирлы йорттарға инеү урындарын таҙалауға айырыуса ҙур иғтибар бүленә", - тип хәбәр итә баш ҡаланың торлаҡ хужалығы идараһы етәксеһе урынбаҫары А. Тристан.
"Урам саттарына ҡуйып ҡалдырылған машиналар ҡарҙы таҙалауға ҡамасаулай. Автомобилистарҙан ошо мәлгә иғтибарлыраҡ булыуҙы, махсус техникаға үтергә ҡамасауламаһын өсөн машиналарын алып ҡуйыуҙы һорайбыҙ", - тип үтенәләр Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.
Мәғлүмәт: "Башинформ".