

Баш ҡала райондарының барыһында ла ҡарҙы таҙартыуға тейешле көс йүнәлтелгән.
Орджоникидзе районында эш бер минутҡа ла туҡтамай. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән режимға күсте. Эшкә 24 берәмек техника, 113 урам һепереүсе һәм 115 хеҙмәткәр йәлеп ителгән. Улар урам биләмәләрен, контейнер майҙансыҡтарын, парк зоналарын, шулай уҡ ҡыйыҡтарҙы ҡар-боҙҙан таҙарта. Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Игорь Трухневич һүҙҙәренсә, юлдарҙы рәтләргә махсус техникалар сығарылған, боҙлауыҡтар тейешле реагенттар ярҙамында эшкәртелә, ҡомло-тоҙло ҡушылма һибелә. Тәү сиратта урындағы төп транспорт магистралдәре таҙартыла, туҡталыштар, социаль учреждениелар эргәһе йыйыштырыла. Дөйөм алғанда, бөгөн 955 кубометр ҡар сығарылған. Коммуналсылар граждандарҙан автомобилдәрен юл ситендә ҡалдырмауҙы һорай - улар эшкә ҡамасаулай.
Совет районында ла юлдар, тротуарҙар таҙартыла, таймаҫ өсөн тейешле саралар ҡулланып эшкәртелә. Был бурысты атҡарыуға 12 кеше, 23 берәмек техника йәлеп ителгән. Эш тәүлек әйләнәһенә барасаҡ. "Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын һаҡлағыҙ, хәрәкәт мәлендә киҫкен маневрҙар яһамағыҙ", - тип иҫкәртәләр урындағы юл-транспорт хужалығынан.
Баш ҡаланың Ленин районы коммуналь хеҙмәттәре лә көслө ҡар эҙемтәләрен бөтөрөү менән мәшғүл. "Иртә таңдан алып тейешле хеҙмәттәр эшселәре ҡарҙы тейәп алып сыға, күперҙәрҙе, юл үткәргестәрҙе, туҡталыштарҙы таҙарта. Районыбыҙҙың шәхси секторҙары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай, ихаталар торошо контролдә. Эштә ҡул хеҙмәте лә, механизация ла ҡулланыла. Районды тәртиптә тотоу өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр тәүлек әйләнәһенә эшләй", - тип яҙҙы социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы Олег Котов.
Октябрь районында ла ҡарҙан таҙартыу эше дәррәү бара. Бында 59 берәмек коммуналь техника, 200 юл хеҙмәтсәне көс түгә. Айырым контролдә - төп транспорт магистралдәре, туҡталыштар, тротуар, йәйүлеләр өсөн юлдар.
Йорттар янындағы биләмәләргә 44 техника, 200 урам һепереүсе йәлеп ителгән. Проблемалы ерҙәр боҙлауыҡҡа ҡаршы состав менән эшкәртелә. "Халыҡты хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ", - ти юл хеҙмәте эшсәндәре.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.