Хәүефһеҙлек
7 Ғинуар 2022, 14:15

Киләһе көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтөлә?

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә...

Киләһе көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтөлә?Киләһе көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтөлә?
Киләһе көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтөлә?

Үткән төндә республиканан йылы һауа фронты үтте. Ул ҡар, буран, боҙлауыҡ алып килде. Һауа температураһы кинәт күтәрелде, тип хәбәр ителәр Башгидрометүҙәктән.

Өфөлә 13 миллиметр ҡар яуған. Синоптиктар быны көслө ҡар яуыуы тип атай. Гидрометүҙәк етәксеһе Анна Козаева әйткәненсә, киләһе төн дә циклондың йылы өлөшөндә үтәсәк.

Ә шәмбе республикаға тағы һыуыҡ килә. Ҡар яуыуҙан туҡтамаһа ла, төньяҡ-көнбайыш яғынан башлап ул кәмеүгә табан барасаҡ.
Иртәгә көндөҙ температура түбәнәйә башлай тип көтөлә - кискә ҡарай -7, -12 градусҡаса һыуытасаҡ. Артабанғы 3 – 5 көндә инде уртаса һалҡынлыҡтағы һауа торошо күҙәтеләсәк.

Мәғлүмәт, фото: "Башинформ".

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас