Хәүефһеҙлек
7 Ғинуар 2022, 17:00

Коммуналь хеҙмәттәрҙең эше көсәйтелде

Республика ҡалаларында хәл нисек?

Коммуналь хеҙмәттәрҙең эше көсәйтелдеКоммуналь хеҙмәттәрҙең эше көсәйтелде
Коммуналь хеҙмәттәрҙең эше көсәйтелде

Республикала коммуналь хеҙмәттәрҙең эше көсәйтелде.

"Яңауыл хәбәрҙәре" белдереүенсә, бөгөн ҡала урамдарына 10 берәмек техника, 15 эшсе сыҡҡан. Регламентҡа ярашлы, иң беренсе автомобилдәр күп үтә торған урамдар таҙартыла.

Бәләбәйҙең коммуналь хеҙмәттәре лә көсөргөнешле тәртиптә эшләүгә күскән. Ҡала үҙәген ҡарҙан таҙартыр өсөн улар таңғы 5-тә сыҡты, тип яҙа "Бәләбәй хәбәрҙәре". Урам-тротуарҙарҙы таҙартыуҙа 10 берәмек техника ҡатнаша. Эш ике сменала алып барыла.

Октябрьский ҡалаһында урамдарҙы 12 грейдер, бульдозер һәм башҡа махсус техника ҡарҙан таҙалаған. Бында ла юл саттарында ҡалдырылған машиналар эшкә ҡамасаулыҡ тыуҙыра, тип хәбәр итә "Октябрьский нефтяник" гәзите.

Ишембайҙа ла торлаҡ-коммуналь өлкәһе хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә эшләй. Көн һайын урамдарға 17 берәмек техника сыға, 20 юл хеҙмәткәре эшләй. Юлды киңәйтер өсөн грейдер ҡулланыла. Урам саттары, юлдарҙың хәүефле урындары таҙартыла, автоюлдар тоҙ иретмәһе менән эшкәртелә. Был хаҡта Ишембайҙың "Восход" гәзите яҙа.

"Сибайский рабочий" хәбәр итеүенсә, ҡалала ҡар йыйыу техникаһы 2 ғинуарҙан алып тәүлек әйләнәһенә эшләй. Көндөҙ - биш, төндә дүрт машина сыға. "Эш бер минутҡа ла туҡтамай. Техника күберәк булһа, бигерәк һәйбәт булыр ине, әлбиттә, әлегә күпме бар, шуның менән хәлдән сығабыҙ", - ти торлаҡ-коммуналь хужалыҡ директоры Р. Маликов.

Фото: "Башинформ".

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас