

Был хәл Белорет районында булған. Тау шыуғанда 29 йәшлек Михаил Цуцуяну ҡазаланып, дүрт ҡабырғаһын һындырған. Ауыр хәлдәге егет Белорет үҙәк район дауаханаһында. Ошо көндәрҙә уға операция эшләргә тейештәр.
Бәхетһеҙлек 2 ғинуарҙа ҡала баҡсалары яғындағы шыуырға тәғәйенләнмәгән тауҙа булған. Михаил Цуцуянуҙың ҡатыны, 2 йәшлек улы, дуҫтары менән ял итеүе ошондай күңелһеҙ хәл менән тамамланған.
Ҡатынының һөйләүенсә, ҡараңғы төшөп килгәндә тау шыуғанда, иренең, бәрелеп, башын ярыуы тураһында хәбәр итәләр. Ҡыҙ йүгереп янына барғанда, егеттең башы ҡан эсендә, ә үҙе иҫһеҙ ятҡан була. Егетте шул уҡ көндә дауаханаға һалалар. Әле хәле уртаса ауырлыҡта. Уның ике түш, елкә өлөшөндә ике умыртҡа һөйәге һынған, баш һәм арҡа мейеһе шешенгән.
Тәүҙә Михаилды медикаментоз комаға индергәндәр - әле яйлап иҫенә килә башлаған. Бәләгә тарыусының медицина полисы юҡ, дауаланыу түләүле, ти ҡатыны. Шуның өсөн дә ул социаль селтәрҙәр аша аҡса йыйыу ойошторған. Әлегә битараф булмаған кешеләр байтаҡ сумма күсергән дә инде.
Ошоға оҡшаш хәл Өфөлә, Аврора урамында ла теркәлгән. Уҡыусы бала тәғәйенләнмәгән урында тауҙа шыуып, ағасҡа бәрелгән. Әлегә ул да дауаханала.
Был күңелһеҙ ваҡиғалар нимә тураһында һөйләй? Ғүмеребеҙ өсөн яуаплылыҡ үҙебеҙҙең ҡулда, ә балаларҙыҡы өсөн ата-әсә яуап тота. Шуның өсөн дә тыйылған, тәғәйенләнмәгән урындарҙа сана, саңғы шыуыуҙың хәүефле икәнлеген аңлап ҡабул итергә, тауҙан шыуғанда барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәклеген онотмаҫҡа саҡырабыҙ. Матур, имен ялдар һеҙгә!
Фото: bashnews.ru