Хәүефһеҙлек
8 Января 2022, 18:40

Ҡаҙағстандан ҡайтырға ярҙам итәләр

Рәсәйҙәргә иртәгә көндөҙ сәғәт 2-лә Алматы халыҡ-ара аэропорты терминалында йыйылырға кәрәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡаҙағстандан ҡайтырға ярҙам итәләрҠаҙағстандан ҡайтырға ярҙам итәләр
Ҡаҙағстандан ҡайтырға ярҙам итәләр

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади мөнәсәбәттәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ҡаҙағстандағы рәсәйҙәргә ярҙам итеү өсөн Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының хәл-шарттар-көрсөк үҙәге эшләй башланы. Күмәк сыуалыштар сәбәпле Ҡаҙағстан Республикаһында тороп ҡалғандарға 9 ғинуарҙа өйгә ҡайтырға ярҙам итәсәктәр.

Алматынан Ивановоға һәм Ырымбурға рейстар 9 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 5-тән киске 6-ға тиклем ойошторола. Рәсәйҙәргә көндөҙгө сәғәт 2-лә Алматы халыҡ-ара аэропорты терминалында йыйылырға кәрәк. Рәсәй Оборона министрлығының хәрби-транспорт авиацияһы самолеттары уларға Тыуған илгә ҡайтырға ярҙам итәсәк. Үҙең менән паспорт һәм бер кешегә бер багаж урыны иҫәбенән әйберҙәр алырға кәрәк. Сумаҙандарҙы бортҡа үҙаллы тейәргә тура киләсәк. Бынан тыш, пассажирҙарҙы, самолеттар уларға граждандар авиацияһынан көткән уңайлыҡты тәьмин итә алмаясаҡ, тип иҫкәртәләр.

Фото: facebook.com/680861665637990/posts

Сығанаҡ: facebook.com/680861665637990/posts

 

Автор:Лилия Давлетбакова