Хәүефһеҙлек
8 Ғинуар 2022, 05:30

Бер төндә - өс мең тонна ҡар

Таҙартыу эштәре алып барылмаһа, баш ҡала хакимиәте сайтына инеп заявка ҡалдырырға мөмкин.

Бер төндә - өс мең тонна ҡарБер төндә - өс мең тонна ҡар
Бер төндә - өс мең тонна ҡар

Бөгөн төндә баш ҡала биләмәләрен ҡарҙан таҙартыуға 186 берәмек техника һәм етмештән ашыу юл хеҙмәткәре йәлеп ителгән. Эш төп һәм икенсел урамдарҙа ғына түгел, Өфөнөң алыҫ райондарында ла алып барылған.

"Тәүҙә коммуналь техникалар "ҡыҙыл линия"ларҙы таҙарта, боҙлауыҡҡа ҡаршы саралар һибелә. Артабан хәрәкәт аҙыраҡ булған юлдар, кварталдар араһы эшкәртелә. Тротуарҙар, туҡталыш павильондары таҙартыла", - ти коммуналь хеҙмәт вәкилдәре.

Бынан тыш, таңдан уҡ эшселәр подъездарға ингән ерҙәрҙе, йәйәүлеләр юлдарын, контейнерҙар ҡуйылған урындарҙы, туҡталҡаларҙы, балалар майҙансыҡтарын, хоккей ҡаптарын, шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙың ҡыйығын ҡар-боҙҙан таҙарта башлай.

Бөгөн бер төн эсендә баш ҡала биләмәләренән өс мең тонна самаһы ҡар сығарылған. Был эш тәүлек әйләнәһенә дауам итә. Кисә 222 берәмек коммуналь техника сығарылғайны.

Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтында "Ҡарлы Өфө" тип аталған интерактив карта ҡуйылған. Ҡайһы урындарҙа ҡар таҙартылмай, шул хаҡта заявка ҡалдырырға мөмкин.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас