

Республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, һауа торошоноң насар булыуы юлдарҙа аварияларҙың артыуына булышлыҡ итте.
Бөгөн көндөҙ Өфө - Белорет - Магнитогорск автомобиль юлының Белорет районындағы участкаһында биш автомобиль (береһе - йөк, дүртәүһе - еңел машина) ҡатнашлығында авария теркәлде. Һөҙөмтәлә йәрәхәттәр алған алты кешенең өсәүһе бала булған. Уларҙы Белорет районы дауаханаһына оҙатҡандар.
Шулай уҡ Дәүләкән районында Бишбүләктән 31 йәшлек ҡатын идара иткән "Chevrolet Aveo" менән ҡаршы килгән "Nissan X-Trail" автомобиле бәрелешкән. Икенсеһенең рулендә 63 йәшлек Өфө кешеһе булған. Авария эҙемтәһендә дүрт кеше дауаханаға эләккән, шул иҫәптән ике бала. Был хәл көндөҙгө сәғәт ике тирәһендә Өфө – Шишмә – Ҡырғыҙ-Миәкә юылының 52-се километрында теркәлгән.
Көндөҙ Аксенов – Аксаков – Бәләбәй автомобиль юлының 17-се саҡрымында, Бәләбәй районында, 36 йәшлек Стәрлетамаҡ кешеһе идара иткән "Peugeot 308" менән ҡаршы килгән "Man" йөк автомобиле бәрелешкән. Икенсеһенең водителе Әлшәй районынан булған. Авария һөҙөмтәһендә биш һәм һигеҙ йәшлек ике бала, 54 йәшлек псассажир дауаханаға оҙатылған.
Ваҡиға урынында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләй, авария сәбәптәре асыҡлана.
Дөйөм алғанда, бөгөнгө өс авария һөҙөмтәһендә ете бала дауаханаға эләккән. Яҡындарын хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн водителдәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәһен ине.
Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда, "112" телефонына шылтыратығыҙ.
Фото: @mchsrb һәм Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы.