Хәүефһеҙлек
8 Ғинуар 2022, 15:30

Өфө - Инйәр - Белорет юлында хәрәкәт сикләнде

Һауа шарттары яҡшырмайынса, юлға сығыуҙы кисектерергә кәңәш ителә.

Өфө - Инйәр - Белорет юлында хәрәкәт сикләндеӨфө - Инйәр - Белорет юлында хәрәкәт сикләнде
Өфө - Инйәр - Белорет юлында хәрәкәт сикләнде

Ҡатмарлы һауа шарттарына бәйле, 8 ғинуарҙа кисек сәғәт 7-нән төнгө 12-гә тиклем Өфө – Инйәр – Белорет юлының Архангел һәм Белорет райондарындағы 79-сы километрынан 202-се километрына тиклемге участкаһында (Архангел ауылы – Белорет ҡалаһын урап үткән юл) ҙур йөк автомобилдәре хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә.

Сикләү ваҡытының үҙгәреүе лә ихтимал. Водителдәргә, һауа шарттары яҡшырмайынса, юлға сығыуҙы кисектерергә кәңәш ителә.

Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыуҙың берҙәм телефоны – 112.

Башҡортостандағы Юл хужалығы идаралығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчер хеҙмәте телефоны: 8-927-955-11-00.

Фото: bashinform.ru/news/economy/

Сығанаҡ: “Урал буйы” юл идаралығы.

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас