Хәүефһеҙлек
8 Ғинуар 2022, 12:30

Ковидҡа ҡаршы талаптар үтәләме?

Бөгөнгө рейдта асыҡланыуынса...

Ковидҡа ҡаршы талаптар үтәләме?Ковидҡа ҡаршы талаптар үтәләме?
Ковидҡа ҡаршы талаптар үтәләме?

Бөгөн, 8 ғинуарҙа, Өфөлә район хакимиәттәре, полиция һәм Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге вәкилдәре предприятиеларҙа, учреждениеларҙа ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙең үтәлешен тикшерҙе.

Сараның маҡсаты – халыҡҡа, шулай уҡ объекттарҙың хужаларына, ҡуртымға алыусыларға эпидемиологик талаптарҙы үтәүҙең мөһимлеге хаҡында иҫкәртеү.

218 кешенән торған күсмә төркөмдәр предприятиеларға һәм учреждениеларға ингән ерҙә контролде тормошҡа ашырған хеҙмәткәрҙәрҙең сертификаттары булыу-булмауын, контроль-үткәреү пункттарының дөрөҫ ойошторолоуын, битлек кейеү тәртибенең, санитария нормаларының үтәлешен тикшерҙе. Рейдтар ҙур сауҙа, физкультура-һауыҡтырыу үҙәктәрендә, дөйөм туҡланыу предприятиеларында һәм коронавирусҡа ҡаршы сикләүҙәр ғәмәлдә булған башҡа ойошмаларҙа үтте.

Бөгөн йәмғеһе 1038 ойошма тикшерелде. Өс объектта ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙең үтәлмәүе асыҡланды. Уларға иҫкәртеү ҡағыҙҙары тапшырылды.

Тикшереү барышында халыҡ, айырыуса өлкән йәштәгеләр һәм балалар менән 680-дән ашыу әңгәмә ойошторолдо. Рейдтарҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ ғәмәлдәге сикләүҙәр һәм профилле ойошмаларҙың телефондары күрһәтелгән иҫкәрмәләр таратты.

Фото: ufacity.info/press/news/433819.html

Сығанаҡ: ufacity.info/press/news/433819.html

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас