Хәүефһеҙлек
8 Ғинуар 2022, 10:00

Оло юлда хәрәкәт сикләнмәгән

Был республика биләмәһендәге М-5 "Урал" трассаһына ла ҡағыла.

Оло юлда хәрәкәт сикләнмәгәнОло юлда хәрәкәт сикләнмәгән
Оло юлда хәрәкәт сикләнмәгән

“Урал буйы” юл идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан биләмәһе аша үткән федераль трассаларҙа хәрәкәт сикләнмәгән. Был республика биләмәһендәге М-5 "Урал" трассаһына ла ҡағыла. Силәбе өлкәһендә Башҡортостан сигенә тиклем ошо юлда сикләүҙәр ғәмәлгә индерелгән.

Юлда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостанда федераль трассаларға 94 берәмек техника йәлеп ителгән. Подряд ойошмалары оло юлдарҙы тикшерә.

Хәлде контролдә тотоу маҡсатында "Урал буйы" юл идаралығында тәүлек әйләнәһенә дежур-диспетчер хеҙмәте эшләй.

Фото: bashinform.ru/news/social

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас