Хәүефһеҙлек
8 Ғинуар 2022, 09:00

Транспорт хәрәкәте сикләнә

Баш ҡала хеҙмәттәре хәлде аңлап ҡабул итеүҙе һорай.

Транспорт хәрәкәте сикләнәТранспорт хәрәкәте сикләнә
Транспорт хәрәкәте сикләнә

Насар һауа шарттарына бәйле һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында бөгөн баш ҡалабыҙҙа Өфө – Аэропорт, Өфө – Шаҡша – КПМ, Өфө – Жилин, Бөрө тракты һәм Өфө – Затон – КПМ йүнәлештәрендә дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарында йөк транспорты хәрәкәте көндөҙгө сәғәт 5-кә тиклем сикләнә.

Баш ҡала хеҙмәттәре уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә һәм хәлде аңлап ҡабул итеүҙе һорай.

Фото: ufacity.info/press/news/433613.html

Сығанаҡ: ufacity.info/press/news/433613.html

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас