Хәүефһеҙлек
8 Ғинуар 2022, 15:15

Транспорт йөрөй башланы

Өфө – Ырымбур трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнгәйне.

Транспорт йөрөй башланыТранспорт йөрөй башланы
Транспорт йөрөй башланы

Һауа шарттары насар булыу сәбәпле бөгөн Башҡортостандағы Р-240 Өфө – Ырымбур трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнгәйне.

Урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 7-лә трассаның 41-се километрынан (Иҫке Муса ауылынан) 90-сы километрына (Кәбәс ауылына) тиклемге участкаһында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар, йөк транспорты өсөн юл асылды, сикләү ғәмәлдән сығарылды. Хәрәкәт штат тәртибендә тормошҡа ашырыла.

Фото: bashinform.ru/news/economy/

Сығанаҡ: “Урал буйы” юл идаралығы.

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас