Хәүефһеҙлек
8 Ғинуар 2022, 10:30

Юлға сыҡмай тороғоҙ!

Өфө – Ырымбур федераль юлында транспорт хәрәкәте сикләнде.

Юлға сыҡмай тороғоҙ!Юлға сыҡмай тороғоҙ!
Юлға сыҡмай тороғоҙ!

Ҡар яуыу, көслө буран сығыу сәбәпле, бөгөн 14 сәғәт 35 минуттан Р-240 Өфө – Ырымбур федераль юлының 41-се  километрынан (Иҫке Муса ауылынан) алып 90-сы километрына (Кәбәс ауылына) тиклемге өлөшөндә пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар, йөк транспорты хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә.

Юл хеҙмәттәре хәүефһеҙлекте тәьмин итеү йәһәтенән мөмкин булғандың барыһын да эшләй, юл таҙартыуға 16 берәмек техника йәлеп ителгән.

“Урал буйы” юл идаралығы водителдәрҙе иғтибарлы булырға, тиҙлек тәртибен үтәргә һәм алыҫ юлға сыҡмаҫҡа саҡыра.

Фото: bashinform.ru/news/social

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас