Хәүефһеҙлек
9 Ғинуар 2022, 10:00

Ғафури районында - янғын

Ҡорбан да бар...

Ғафури районында - янғынҒафури районында - янғын
Ғафури районында - янғын

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн төндә Ғафури районының Аҡкүл ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Шылтыратыу таңғы 5.19 сәғәттә алына. Янғын һағы хеҙмәткәрҙәре һәм ҡотҡарыусылар шунда уҡ хәл-ваҡиға урынына ашыға.

Ут бер ҡатлы ағас йортҡа ҡунаҡлаған һәм фажиғәгә килтергән. Янғын һүндерелгәс, 1980 йылғы ирҙең һәләк булғаны асыҡлана.

Осраҡ буйынса тикшереү эштәре бара, янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана.

Ут менән һаҡ булығыҙ! Ян­ғын тигән ҙур бәлә-ҡазанан һаҡла­ныу өсөн республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт коми­теты хәүефһеҙлек ҡағиҙә­ләренә иғтибар итергә, уларҙы һис һүҙһеҙ үтәргә саҡыра. Бына улар:

* асыҡ ут сығанаҡтарын – шырпы, зажигалка, шәм, тоҡанды­рылған тәмәкене һаҡ ҡулланығыҙ, ятҡан ерегеҙҙә тәмәке тартмағыҙ;

* тиҙ тоҡаныусан предметтар һәм материалдар менән эшлә­гәндә ут яндырмағыҙ;

* электр селтәренә ҙур көсөр­гәнеш яһамағыҙ, электр ҡора­мал­дарын ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ, улар­ҙы балаларға ышанып тапшырмағыҙ;

* изоляцияһы зыян күргән электр үткәргесен, үҙегеҙ эшләгән йылытыу һәм ҡыҙҙырыу ҡора­малдарын файҙаланмағыҙ;

* сатнаған урыны булған, ишеге эшләмәгән мейестәрҙән һәм каминдарҙан файҙаланмағыҙ, асыҡ ишекле мейескә ут яҡмағыҙ. Мейес алдына 50х70 сантиметр ҙурлығында йоҡа тимер ҡағығыҙ;

* мейесте артыҡ ҡыҙҙырмағыҙ, эҫе мейестә утын, кейем һәм башҡа материалдарҙы киптер­мәгеҙ.

Бәләкәй балалары булған ата-әсәгә айырыуса мөрәжәғәт итәбеҙ. Балаларығыҙға бер ҡасан да ут, шырпы, зажигалка менән уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Тиҙ тоҡаныусан материалдарҙы һәм шыйыҡсаларҙы уларҙың буйы етмәгән урында һаҡлағыҙ. Ут яғырға, уны ҡарап торорға ҡушмағыҙ.

Бөгөн кешеләрҙе янғындан ҡотҡарыусы иң файҙалы сара –  янғын тураһында иҫкәртеүсе автономиялы ҡулай­лама. Ул ут сығыу менән төтөн еҫен тоя һәм, көслө тауыш сығарып сырылдап, кешеләрҙе хәүеф хаҡында иҫкәртә.

Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү ғүмерегеҙҙе, һаулығығыҙҙы, мөлкәтегеҙҙе һаҡлай. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ!

Фото: "Башҡортостан24"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас