Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
9 Ғинуар 2022, 10:00

Белорет районы ауылы халҡы клубһыҙ ҡалды

Емеректәр араһында 1972 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла...

Белорет районы ауылы халҡы клубһыҙ ҡалды
Белорет районы ауылы халҡы клубһыҙ ҡалды

Кисә 17.47 сәғәттә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Белорет районының Новобельский ауылында ауыл мәҙәниәт йорто яныуы тураһында хәбәр итәләр.

Янғын һүндереүселәр килеүгә 7х9 метр ҙурлығындағы бинаны тулыһынса ут ялмап алған булған. Шулай итеп, ауыл халҡы мәҙәниәт усаҡһыҙ ҡалды. Янғын сәбәптәре асыҡлана, зыян күргән һәм һәләк булғандар юҡ.

Шулай уҡ кисә төндә, 00.10 сәғәттә, Саҡмағош районының Киндеркүл ауылыный Будденный урамында янғын сығыуы тураһында хәбәр итәләр.

Ҡотҡарыусылар килгәндә 6х3 үлсәмле ағас мунсаны ут ялмап алған булған. Уны һүндереп бөткәс, емеректәр араһында 1972 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла. Янғын һәм үлемгә килтергән сәбәптәр асыҡлана.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала янғындар көн дә булып тора. Әлбиттә, уларҙы булдырмау өсөн һәр бер кеше ут менән һаҡ эш итергә, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тейеш. Боҙоҡ мейесте, электр ҡорамалдарын ҡулланмағыҙ, шулай уҡ өлкәндәрҙе һәм балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Өйҙә тәмәке тартырға ла ярамай. Ут битарафлыҡты, яуапһыҙлыҡты, ғәмһеҙлекте ғәфү итмәй.

Фото: @mchsrb

Белорет районы ауылы халҡы клубһыҙ ҡалды
Белорет районы ауылы халҡы клубһыҙ ҡалды
Белорет районы ауылы халҡы клубһыҙ ҡалды
Белорет районы ауылы халҡы клубһыҙ ҡалды
Белорет районы ауылы халҡы клубһыҙ ҡалды
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас