

Былтыр Республика идара итеү үҙәге ҡар таҙартыу һәм йорт ҡыйыҡтарынан һалынып торған боҙҙо алып ташлау буйынса халыҡтан килгән 74 мөрәжәғәтте хәл иткән. Һәр осраҡ – кешеләр һаулығына янаған хәүеф, шуға уларҙы кисекмәҫтән яйға һалыу талап ителә.
Өфөлә Октябрҙең 40 йыллығы урамындағы 5-се йорт ҡыйығында бик хәүефле ҡар һырынтыһы ятҡан. Ошо турала 7 ғинуарҙа әлеге йортта йәшәгән Ирина Пушкарева яҙып ебәргән, Республикаға идара итеү үҙәге уны ашығыс рәүештә Орджоникидзе районы хакимиәтенә йүнәлтә һәм коммуналь хеҙмәткәрҙәр шул уҡ көндә ҡыйыҡты ҡарҙан таҙарта.
Яңы йыл башланыр алдынан Республикаға идара итеү үҙәге башҡа ҡалаларҙан да шундай хәбәрҙәрҙе теркәне. Һөҙөмтәлә, мәҫәлән, Салауатта ҙур һәм хәүефле боҙлауыҡтар юҡҡа сығарыла. Көйөргәҙе районының Ермолаев ҡасабаһындағы күп фатирлы йорттар ҡыйығы боҙҙан таҙартыла, Стәрлетамаҡтағы Курчатов урамындағы 6-сы йорт көрт өйөмөнән ҡотҡарыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: шуға оҡшаш мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн үҙегеҙҙең идарасы компанияның ҡыҙыу линияһына һәм районығыҙҙың рәсми сайты аша мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Өфөлә ҡар һәм боҙ таҙартыуға үтенесте “Уфа снежная” интерактив картаһы аша ла ҡалдырырға мөмкин, ул баш ҡала хакимиәте сайтында урынлашҡан.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.