Хәүефһеҙлек
9 Ғинуар 2022, 08:45

Сибай халҡы нимәгә зарлана?

Ҡарҙы тикшереү анализы тиҙҙән әҙер буласаҡ, заводтың үҙен тикшереү өсөн Белореттан лаборатория саҡырылған. Ҡала хакимиәтендә завод, министрлыҡ вәкилдәре менән берлектә үткән һөйләшеүҙә тағы ниҙәр хаҡында әйтелде?

Сибай халҡы нимәгә зарлана?Сибай халҡы нимәгә зарлана?
Сибай халҡы нимәгә зарлана?

Сибай ҡалаһы хакимиәтендә 50-гә яҡын кеше үҙҙәрен борсоған һәм “Уралпромтехсервис” йәмғиәтенең эшенә бәйле мәсьәләләр буйынса фекер алышты.

Был предприятие целлюлоза нигеҙендәге сеймалды киптереү менән шөғөлләнә. Һуңғы осорҙа Сибайҙа ҡар өҫтөндә, автотранспортта, йорт тәҙрәләрендә һары төҫтә япма барлыҡҡа килеүенә бәйле ялыуҙар күбәйҙе. Улар әлеге предприятиенан 500 метр самаһы радиуста барлыҡҡа килә икән. 27 декабрҙә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һыуыҡ һауа шарттарында завод торбаһынан сыҡҡан төтөндөң тирә-яҡҡа һары төҫ булып ултырыуы хаҡында предприятие етәкселеген иҫкәртә. Предприятие белгестәре раҫлауынса, ташландыҡ төтөндөң зарары юҡ тиерлек, сөнки ҡоролмалар таҙартыу сифаты 99,6-99,9 процентҡа еткән циклондар менән тәьмин ителгән. Шулай ҙа, ҡар өҫтөндә конденсат барлыҡҡа килеү сәбәпле, ҡоролмаларҙың етештереүсәнлеген кәметкәндәр.

Әммә ғинуарҙың тәүге аҙнаһында хәл үҙгәрмәгән. Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов завод вәкилдәре менән осрашыу үткәргән һәм уларҙан эште туҡтатып тороуҙы талап иткән. 7 ғинуарҙа предприятие лигносульфонат киптереү линияһында фильтрҙарҙы яңыртыу өсөн 14 ғинуарға тиклем эште туҡтатҡан. Рөстәм Афзалов, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитеты етәксеһе Вадим Бастанов, “Уралпромтехсервис”тың баш инженеры Михаил Миногин ҡала хакимиәтендә халыҡ менән осрашты һәм хәлде аңлатты. Предприятие вәкиле, заводта хәүефһеҙлек талаптарын күҙәтеү өсөн барыһы ла эшләнәсәк, тип ышандырҙы.

Осрашыуҙа ҡатнашҡандарҙы предприятиеларҙан сыҡҡан ташландыҡ газдарҙың ҡала халҡы һаулығына нисек йоғонто яһауы ҡыҙыҡһындыра. Вадим Бастанов министрлыҡтың хәлде контролдә тотоуы тураһында әйтте. Ҡарҙы тикшереү анализы тиҙҙән әҙер буласаҡ, заводтың үҙен тикшереү өсөн Белореттан лаборатория саҡырылған.

Фото: Сибай ҡала хакимиәте сайты.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас