Хәүефһеҙлек
9 Ғинуар 2022, 15:30

Уларҙың ял көндәре юҡ

Мәҫәлән, ҡар таҙартыу техникаһы водителе Радик Баҡыевтың эше кисә төнгө сәғәт 3-тә, ә бөгөн иртәнге 5-тә башланды.

Уларҙың ял көндәре юҡУларҙың ял көндәре юҡ
Уларҙың ял көндәре юҡ

Өфөлә коммуналь ойошмалар ҡар таҙартыуҙа тәүлек әйләнәһенә эшләй. Юлсылар өсөн был көндәрҙә ял көнө юҡ. Ә ҡар, байрам осоро тип тормай, яуа ғына бирә, ҡайһы саҡ ул боҙло ямғырға күсә.

Көн һайын төнгө сменала баш ҡала урамдарына 180-гә саҡлы махсус техника һәм 70-ләп эшсе сыға. Көндөҙ был көс арта төшә: 200-ҙән ашыу махсус автомашина эшләй, юлсылар һаны бер нисә тапҡырға арта.

Мәҫәлән, ҡар таҙартыу техникаһы водителе Радик Баҡыевтың эше кисә төнгө сәғәт 3-тә, ә бөгөн иртәнге 5-тә башланды.

“Был көндәрҙә көсәйтелгән режимда эшләйбеҙ, бөгөн төшкә хәтлем тротуарҙарҙы һеперткеле күсәр менән таҙарттым, әле роторға ултырҙым, урамдағы юлдарҙы таҙарта башлайым. Иртәгә каникулдар тамамлана, халыҡ күпләп эшкә сығасаҡ, шуғаса өлгөрөп ҡалырға тырышабыҙ”, – ти ул.

Фото: ufacity.info сайты.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас