

Социаль селтәрҙәрҙә Өфөнән Николай Карючиндың видеояҙмаһы таралды. Унда урман йыртҡысы һеләүһендең тораҡ йорттар эргәһендә эткә ташланыуы төшөрөлгән.
Автор һөйләүенсә, йыртҡыс был тирәгә икенсе тапҡыр килә. Был юлы уны ҡысҡырып, шаулашып өркөтөп ебәргәндәр.
"Һеләүһен - бик хәйләкәр һәм ҡурҡыныс йәнлек. Урман йыртҡысының ни өсөн ҡаланың үҙәгенә килеүе аңлашылмай. Шуның өсөн балаларығыҙҙы һәм йорт йәнлектәрен һаҡлағыҙ. Минең дуҫтың этенә икенсегә килә инде ул" тип яҙған Николай Карючин.
Граждандарҙы яҡлау идаралығына ҡала буйлап ҡырағай йәнлек йөрөүе тураһындағы хәбәр 6 ғинуарҙа килә. Әйтелгән урын-ергә ҡотҡарыусылар, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре сыҡҡан. Улар һеләүҙенде урамға ҡуйылған автомобилдәрҙең береһе аҫтынан тапҡан. Социаль селтәрҙә таралған яңы видеонан күренеүенсә, ҡотҡарыусылар ҡырағай йәнлекте тотоп, ситлеккә ултыртҡан. Һеләүһен экологтарға тапшырылған. Уның ҡала урамына нисек килеп эләкәне тикшерелә.
Фото: "ЭкоГрад" журналы сайты.