Хәүефһеҙлек
10 Ғинуар 2022, 15:45

"Тимер ат"ына ағас ҡолап...

Машина йүнәтерлек хәлдә түгел. Матди зыянды кем ҡаплар? 

"Тимер ат"ына ағас ҡолап..."Тимер ат"ына ағас ҡолап...
"Тимер ат"ына ағас ҡолап...

Өфө ҡатыны Альбина Могилевская 9 ғинуарҙа иртән урамға сығыу менән күңелһеҙ хәлгә тарыған - уның йорт янында ҡалдырып киткән автомобиле өҫтөнә, һырыған ҡарҙы күтәрә алмайынса, ағас ҡолаған.

Был хаҡта "КП-Өфө" яңылыҡтары хәбәр иткән. Ҡатын кисекмәҫтән коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иткән.

Киров районының коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ағастың ботаҡтарын киҫеп ташлаған-ташлауын, ә бына ағастың олонон ҡатынға үҙ аҡсаһын түләп алдырырға тура килгән. Уның һүҙҙәренсә, ағас бик ҡарт, күптән бысып ташлай торған булған. Һөҙөмтәлә машинаһы бик ныҡ зыян күргән, йүнәтерлек тә түгел. Хәҙер матди зыянды кем ҡаплары ла билдәһеҙ, тип көйәләнә ҡатын.

Фото: pixabay.com

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас